Эксперттар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай. Йөкмәткеле сығышында төбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә оло рәхмәтен белдерҙе. Яугирҙарҙың әсәләре тураһында һүҙ барғанда залда ултырыусылар Радий Хәбировты баҫып тыңланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ тезистарға алынған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе төбәк социаль-иҡтисади үешенең төплө нигеҙе булып тора.