Башҡортостанда етештерелгән дрондар яуҙа үҙҙәрен яҡшы күрһәтә


Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Ряба» ҡушаматлы яугир гуманитар ылау составында ебәрелгән квадрокоптерҙарҙың сифатын юғары баһаланы. Яҡташыбыҙ Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры. Отпускаға ҡайтҡан яугир менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Көтөп алынған осрашыу минуттары. «Ряба» ҡушаматлы яугир бала саҡ дуҫы Роман Нуриевта ҡунаҡта. Бер ихатала үҫкән, бер футбол командаһы өсөн уйнаған ир-егеттәрҙең уртаҡ хәтирәләре байтаҡ. Александр Доставалов исемендәге батальонды туплау тураһында яңылыҡты ишеткәс тә, Ряба контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана. Запорожье өлкәһе, Луганск, Донецк халыҡ республикаларында барған яуҙарҙа ҡатнаша. Әле хәрби юлын пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры булараҡ дауам итә. Башлыса, Башҡортостандан гуманитар ылау составында оҙатылған дрондарҙа дошман менән көрәшә.


Пилотһыҙ системалар - төп һөжүм көсөнә әүерелде. Республиканан килгән дрондарҙың һөҙөмтәлеге 150 процент, тип әйтә алам. Улар үҙҙәрен бик яҡшы яҡтан күрһәтте, йышлыҡтарҙы дөрөҫ һайлай, һауа шарттарына бирешеп бармай. Улар аҙыҡ-түлек ташыуҙа ла ярҙам итә.

«Ряба» ҡушаматлы яугир


Бер йылдан ашыу күрешмәһәләр ҙә, бала саҡ дуҫтар бәйләнеште өҙмәй, хәбәрләшеп торалар. Һәр кем еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ көсөн һала. Ряба - алғы һыҙыҡта көрәшһә, Роман гуманитар ылау туплауҙа ҡатанаша.


Иң төп теләк - һәр яугир тиҙерәк иҫән-һау, үҙ ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтһын.

Роман Нурыев, «Ряба» ҡушаматлы яугирҙың дуҫы


Яҡташлыҡ көсө алғы һыҙҡта үтә лә ныҡ һиҙелә. Быға «Ряба»ның икенсе дуҫы - «Тимоха» ҡушаматыл яугир асыҡ миҫал. Военкоматта танышҡан ир-егеттәр бер батальонға эләгә: меңәрләгән километр үтә, окоп-блиндаждарҙа дошман көстәрен тар-мар итә.

Хәрби заданиеларҙың береһендә «Тимоха» дрондар һөжүменә эләгеп, ҡаты яралана. Әле демобилизацияланған. Әммә ут аҫтында нығынған дуҫлыҡ тимерҙән дә нығыраҡ.


Мин башта штурмовик булһам, аҙаҡ пилотһыҙ осоу аппараттары взводына күстем. Быға яңы һөнәр үҙләштереү теләге этәрҙе. Яҡташлыҡ көсө яуҙа, ысынлап-та ныҡ һиҙелә. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән һәр саҡ хәбәрләшеп торам, ялға ҡайтҡандарында осрашабыҙ.

«Тимоха» ҡушаматлы яугир

Яҡын арала «Ряба» махсус хәрби операция бурыстарын үтәр өсөн йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Тыуған яҡта ял итеү, дуҫтар, тыуғандар менән осрашыу көс һәм дәрт өҫтәй, ти ул.

Әлфинә Килдейәрова