Уҙған йыл күрһәткестәре буйынса 67 төбәктә хәмер эсеүселәр һаны кәмеүе теркәлгән. Шулай ҙа дөйөм статисканан башҡа алкоголизм йәмғиәттә киң таралған хәүефле күренеш булып тора. Уның менән көрәштә медицина учржедениеларынан тыш төрлө ойошмалар эш алып бара. Был йүнәлештә Аноним алкоголиктар иң һөҙөмтәле йәмғиәт һанала. Тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Миһранова яҙмаһында.
Аноним алкоголиктар төркөмө ағзалары уртаҡ теләк менән ултырыштар үткәрә. Маҡсаттары айыҡ, сәләмәт булыу һәм спиртлы эсемлектәр эсеп насар юлға баҫҡан башҡа шәхестәргә ярҙам итеү. Бушлай төркөмдәр республиканың һәр ҡалаһында ойошторолған. Өфөлә 8 «Аноним алкоголиктар» төркөмө эшләй. «Сыңрау торна» тип исемләнгән ойошмала осрашыуҙар башҡорт телендә үтә. Айыҡлыҡты һаҡлау өсөн китаптарҙы һәм уҡыу программаһын улар башҡорт теленә тәржемә иткән.
Аноним алкоголиктар йәмғиәтендә яңы ҡабул ителгән, шулай уҡ айыҡ тормош алып барыуҙа тәжрибәле шәхестәр йыйыла. Кемдер бер йыл эсмәй, кемдер 20 йыл элек үк ташлаған. Әммә байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, улар Аноним алкоголиктар ултырышына йөрөй, сөнки иҫкәртеү эше һәм хәмер менән көрәш даими алып барылырға тейеш. Төркөм ағзалары табиптар менән берлектә эшләй.
Аноним алкоголиктар әйтеүенсә, спиртлы эсеүсе кешегә кодировка, реабилитация үҙәктәрендә дауаланыу һөҙөмтә бирмәйәсәк. Эсеүен ташлай алмаған кешегә был сирҙе еңеп сыҡҡан алкологик ҡына ярҙам итә ала. Йәмғиәттә алкоголик - ул эсеп йығылып ятҡан кеше тип иҫәпләүселәр бар. Әммә ишле ғаиләһе, эшләп йөрөгән яҡшы эше, туғандары булған шәхестәр ҙә эсеү проблемаһына юлыға. Аноним алкоголиктар йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткән ошондай һәр кеше ярҙамға өмөт итә ала.
Ф.Миһранова