Ҡала мәҙәниәт һарайына күп балалы ғаиләләр, хеҙмәт династиялары, махсус хәрби операция ветерандарының ғаиләләре, оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән юбилярҙар йыйылды.
Сарала шеврон эшләргә, яугирҙарға хат яҙырға, шашка һәм шахмат уйындарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин булды. Ошо уҡ көндө 13-сө республика халыҡ ижады коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивале лә асылды. Тамашала төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолаларын күрһәтте.
Сәхнәлә 50 һәм 60 йыл бергә ғүмер иткән 13 ғаилә пары тәбрикләнде. Ғаилә- дәүләттең нигеҙе, ул ныҡ булһа, илебеҙ ҙә көслө булыр тип билдәләнде тантанала. Ғаиләләр нәҫел шәжәрәләрен дә тәҡдим итте.