ӨФТУ-ның Хоҡуҡ институтында асыҡ ишектәр көнө суд процесы форматында үтте

Мәктәп партаһынан ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында ғәҙәти булмаған форматта «асыҡ ишектәр» көнө үтте. Буласаҡ абитуриенттар суд ултырышын һәм тикшереү эшен сәхнәләштереүҙә ҡатнашты.

Прокурор ҙа, адвокат та, судья ла-кисәге уҡыусылар, ә бөгөн хоҡуҡ институтының беренсе курс студенттары. Суд процесы буласаҡ абитуриенттар өсөн ойошторолған. Йәштәрҙең күбеһе киләсәктә яҙмышын хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләргә ниәтләй. Шуға ла сығарылыш класс уҡыусыларына тикшереү эштәрендә лә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн асыҡ хоҡуҡи мәктәп булдырылған, унда улар уҡытыусылар һәм белем алыу шарттары менән ҡыҙыҡһына ала. Ә йәйге хоҡуҡи лагерҙа профессиональ юридик мөхит тыуҙырылған. Әйткәндәй, ҡайһы бер ведомстволар һәм ойошмалар маҡсатлы йүнәлеш биреүгә эске конкурс үткәрә. Хәҙер үк абитуриенттар вуздың Карьера үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, урындар тураһында мәғлүмәт менән таныша ала.