«Мөғжизәләр календары». Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә һәүәҫкәр артистар спектакле. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле балет йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың йыл миҙгелдәре хаҡындағы үҙенсәлекле проектында өлкәндәр һәм балалар ҡатнашты.
Был тамаша хореография, тере вокал һәм тылсымлы театр элементтары берләштерә. Ҡатнашыусылар бер нисә ай дауамында эштән һәм уҡыуҙан һуң репетицияларҙа шөғөлләнә. Күптән көтөлгән премьера ҙур сәхнәлә ғаилә ижады һәм еңеүҙәргә киң мөмкинлектәр аса. Тамашаға ике тиҫтәгә яҡын махсус хәрби операция яугирҙарының һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар саҡырылды. Кескәй артистарҙың ата-әсәһе һәм туғандары уй-кисерештәргә бай йәнле тамаша ҡарап ҡыуанды.