Башҡортостандың бер юлы ике спортсыһы фехтование буйынса донъя кубогы этабында уңышлы сығыш яһаны. Юниорҙар араһында Туниста уҙған турнирҙа Әмир Фәхретдинов-алтын, Ростислав Хәмдәмов-көмөш миҙал яуланы. Финалда улар бер-береһе менән алыша. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй гимны яңғырай. Яҡташтарыбыҙҙы оло ҡаҙаныштары менән төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Ике рапирасы ла Тимур Арыҫланов етәкселегендә беҙҙең фехтование үҙәге базаһында күнекмәләр үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, ил Президенты Владимир Путин менән бергә беҙ уны 2024 йылда «Рәсәй-спорт державаһы» форумы барышында астыҡ. Ошо ваҡыт эсендә үҙәктә фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты, үҫмерҙәр спартакиадаһы һәм беренселектәре үтә, ә быйыл ул иң көслө спортсылар араһында спартакиаданы ҡабул итә. Шуныһы мөһим, беҙ булдырған инфраструктура арҡаһында донъя спортының яңы йондоҙҙары ҡабына, тип яҙған Башҡортостан башлығы.