Башҡортостанда 7 меңдән ашыу етемде торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тора. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә проблеманы даими контролдә тоторға, етемдәрҙе йәберләмәҫкә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эшмәкәрлеге, «Айыҡ ауыл» проекты тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яңылыҡтар, хоккей, сәйәси-ижтимағи тапшырыуҙар, махсус проекттар. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дүртенсе йыл рәттән төбәк телеканалдары рейтингында беренсе урын яулай. Был ижади коллективтың берҙәм һәм фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Медиахолдингтың интернет аудиторияһы ла киңәйә, социаль селтәрҙәрҙә яҙылыусылар һаны 2 миллионға яҡын.
«Айыҡ ауыл» проекты спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыусылар иҫәбе кәмеүгә килтергән. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, йылдан-йыл конкурста ҡатнашырға теләгән ауылдар ҙа, айыҡ тормош алып барырға теләүселәр ҙә арта. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова проектты финанслауҙа ярҙамы өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе. Конкурсы бер яҡтан халыҡты берләштерә, икенсенән сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе етемдәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда сиратта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 7 мең 921 кеше тора. Былтыр программаны тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика бюджетынан 2 миллиоард 800 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, 1 меңгә яҡын етем торлаҡ асҡысы алған. Радий Хәбиров проблеманы даими контролдә тоторға, бирелгән торлаҡтың сифатын тикшерергә ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә биләдәләнеүенсә, быйыл финанслау күләмен арттырыу планлаштырыла. Әммә торлаҡ асҡысы алыусылар һаны ныҡ артмай, был фатирҙарға хаҡ күтәрелеүе менән бәйле.
Рәмзиә Кәримова