Башҡортостанда ҡотороу сире таралыуға бәйле бер нисә районда карантин иғлан ителгән

Дауаханаларҙа әле 3 пациент дауалана, күрһәткестең тағы ла артыуы ихтимал. Табиптар йорт хайуандарына иғтибарлы булырға саҡыра. Төлкөнән тешләнгән эт- бесәйҙәр ҡотороу сирле булыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, республикала быйыл төлкөләр ишәйеүе күҙәтелә. Улар йорт хайуандарына, кешеләргә ташланып ҡотороу сирен тарата. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында

Дыуан районында ҡоторған төлкө ихаталағы этте талаған. Ҡурҡыу белмәгән йыртҡыс кешегә лә, хайуандарға ташланыуы ихтимал. Ҡотороу сире йоҡҡан Буся ҡушаматлы эт бер нисә көндән үҙен насар тоя башлай һәм уны йоҡлатып, үлтерергә тура килә.

Кешене ҡоторған бесәй, эт, төлкө, һеләүһен һәм башҡа хайуандар тешләгән йәки тырнаған осраҡта сәғәте менән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Юғиһә, 100 процент осраҡта хәл аяныслы тамамланыуы ихтимал. Ҡотороуҙоң инкубация осоро бер нисә айға тиклем һуҙыла, уның билдәләре оҙаҡ ҡына һиҙелмәҫкә лә мөмкин.

Ҡотороу сире йоҡҡан пациент һыуҙан, яҡтынан ҡурҡа башлай, уның тәне ҡысый, температураһы күтәрелә һәм аңын юғалтып ул агрессив хәрәкәттәр эшләй башлай. Үҙәк нерв системаһы тарҡалыуҙан ул һәләк була. Республикала әле бер нисә районда ҡотороу сире менән бәйле карантан индерелгән.

Республикала ҡотороу сире ҡышҡыһын әүҙемләшә. Ҡоторған хайуандар күбәйеүен йыртҡыстарҙың аҙыҡ эҙләп йорттарға яҡын килеүе менән бәйләргә мөмкин. Шуға күрә хәүефле сиргә ҡаршы вакцинация эшләргә кәңәш ителә. Дәүләт ветеринария бүлексәләрендә мал-тыуарҙарға, эт-бесәйҙәргә бушлай вакцина һалдырырға мөмкин.

Александр Деблик, Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе

Төлкөләрҙе ауыл ихаталырында ғына түгел, Өфө һәм башҡа ҡала үҙәктәрендә, кеше күпләп йөрөгән урындарҙа осратҡан күренештәр ҙә теркәлә. Хәүеф янағанда 112 һандары буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға кәрәк. Бер нисә районда төлкө атҡан һунарсыларға аҡсалата түләүҙәр ҡаралған.

Флорида Миһранова