«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы дауам итә. Ҡатнашыусылар төбәктәрҙә халыҡты берләштереүсе саралар ойоштора, үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырып, финалға сынығыу ала. Бүздәк районының Ҡаран ауылында уҙған Ҡоймаҡ милли аш-һыу фольклор байрамын коллегабыҙ Наил Юнысов барып күрҙе.
Йырлап күңел асыу осрашыуҙары- үҙ эсенә тәрән мәғәнә һалған. Ҡоймаҡ байрамы- башҡорт-татар милли мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Бөгөнгө фольклор байрамы Сәүәҙебаш, Арҫлан, Байрәш, Ҡаран ауылдары, Шишмә һәм Туймазы районы вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Яңы Аҡтау ауылынан Йәзирә Әмирханова күрһәткән оҫталыҡ дәресе, танауҙарҙы ҡоймаҡ еҫе менән ҡытыҡланы.
Ҡоймаҡ-халҡыбыҙҙың иң яратҡан ризыҡтарының береһе. Ул-ҡояш, йылылыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ символы. Өҫтәлдә ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ- кукуруз, дөгө, бауыр, йөҙөм, мейес, хатта сөгөлдөр ҡоймағын да бешереп килтергән ҡатнашыусылар.
Арҫлан ауылы хужабикәләре МХО яугирҙарына булған хөрмәтен, һағыныуын белдереп ҡоймаҡтан танк бешереп килтергәндәр....
Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә Ҡаран урта мәктәбе ике проектты тормошҡа ашыра. Ошо ауылдан сыҡҡан Кикбоксинг буйынса Европа Чемпионы Айвар Ғәфүров «Чемпион менән бергә» исемле уникаль проектта йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәп, ҙур еңеүҙәр яуларға дәртләндерһә, «Һомай» проектында ҡыҙҙар ҡул эштәре серҙәренә төшөнә.
Наил Юнысов