«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә яһаны

Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн мөһим бурыстарҙың береһе... Дүртенсе йыл махсус хәрби операция дауам итә. Илебеҙ хәрби, иҡтисади, идеологик баҫымға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, глобаль конфликтта ғәҙел донъя тәртибе, тыныс киләсәк өсөн көрәш бара.

Бөгөн республика һәм ил халҡы өсөн төп кешеләр-ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Алғы һыҙыҡҡа ярҙам итеү-барыһы өсөн дә иң мөһим бурыс. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ил президенты менән бергә булырға саҡырҙы. Берҙәмлек менән көслөбөҙ.

Барыһы ла еңеү өсөн. Республика махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙарға күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Бөгөнгә алғы һыҙыҡҡа 171 гуманитар ылау оҙатылған, 2 меңдән ашыу автомобиль, командирҙар заявкалары буйынса йөҙ берәмек махсус техника тапшырылған. Радий Хәбиров Еңеүгә төбәк предприятиелары ла ҙур өлөш индереүен билдәләне. Был йүнәлештә эште дауам итеү мөһимлеге билдәләнде.

Башҡортостан-пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә лә әйләнде. Предприятиелар алғы һыҙыҡ өсөн мөһим продукция сығара.

Һуңғы ике йылда республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә ун меңдән ашыу дрон оҙатылған. Быйыл пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы етештереү ҡеүәтен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Ғилми-производство үҙәге асыу планлаштырыла, ул 20 компания-резидентты берләштерәсәк. Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһендә оҙатылған пилотһыҙ осоусы аппараттар күләмен 1 апрелдән илле процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы.

Башҡортостан ирекле батальондар төҙөгән тәүге төбәктәрҙең береһе. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта хәрби ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. 15 яугир Рәсәй геройы исемен алды, уларҙың туғыҙы үлгәндән һуң... Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтағыларға ныҡлы терәк булырға, барлыҡ ихтыяждарын үтәргә саҡырҙы.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн ветерандар менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Кадрҙар сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын идарасылары ла әҙерләнә.

Бөгөн ветерандарҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, урындағы үҙидаралыҡ органдары составында ла күрергә мөмкин.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса эште көйләргә ҡушты.

Төбәк етәксеһенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен тыңларға депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ яугирҙар, уларҙың ғаилә ағзалары ла саҡырылғайны. Сара барышында алғы һыҙыҡта һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Батыр ул үҫтергән әсәләргә ихтирам күрһәтелде.

Ике йыл эсендә яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән ярҙам күләме ике тапҡырға артып, 30 миллиард һумға тиклем етте. Радий Хәбиров Хөкүмәткә был йүнәлештә эште дауам итергә, ярҙам сараларының һөҙөмтәлелегенә анализ яһап, уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Республика шифаханаларында яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары дауалау курсы үтә ала. Әммә бюджеттағы аҡса сикле булғанға күрә, хәрбиҙәрҙең яҡындары өсөн льготалы йәшәү туҡтатылғайны. Радий Хәбиров был ҡарарҙың урынһыҙ булыуын билдәләп, Хөкүмәткә финанслау сығанаҡтары табырға, ярҙам сараһын тулы күләмдә тергеҙергә ҡушты.

«Берҙәм тәҙрә» режимында комплекслы консультация һәм практик ярҙам күрһәтеү өсөн республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ярҙам үҙәктәре лә асыла, бөгөн уларҙың иҫәбе 20-гә етте.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбенә инде. Бөгөн унда 120 социаль координатор эшләй, улар 15 меңдән ашыу кешене берләштерә. Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының да айырым роле билдәләнде. Йыл аҙағына тиклем ул иң көслө йәмәғәт ойошмаһына әйләнергә тейеш, ошо йүнәлештә муниципалитеттарҙа эш көсәйтелә.

Шул уҡ ваҡытта республика предприятиеларын террористик һөжүмдән һаҡлау буйынса ла етди эш алып барыла. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы һәм көс структуралары менән берлектә пилотһыҙ осоусы аппараттарға ҡаршылыҡ күрһәтеү буйынса оператив саралар күрелде.

Оборона-сәнәғәт комплексын нығытыу-махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы үтәүҙең мөһим йүнәлеше. Дәүләт заказын үтәп, улар Еңеүҙе яҡынайта. Республика Хөкүмәтенә айырыуса фиҙаҡәрлек күрһәткән хеҙмәт коллективтарын генерал Шайморатов ордены менән билдәләү буйынса тәҡдимдәр индереү бурысы ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров инвестициялар йәлеп итеү, предприятиеларҙы яңыртыу, сәнәғәт кластерҙарын, индустриаль һәм технопаркттарҙы үҫтереү мөһимлеген билдәләне.

Кешеләрҙең лайыҡлы йәшәү кимәлен һәм иҡтисадтың барлыҡ секторҙарында һөҙөмтәле эште тәьмин итеү ҙә республика өсөн төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Инфраструктура объекттары төҙөлөшө дауам итәсәк.

Радий Хәбиров Республика Хөкүмәте тарафынан төбәк иҡтисадын һәм социаль өлкәне үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуын билдәләне. Ҡатмарлы осорҙа муниципалитеттар етәкселәре лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтә.

2026 йыл еңелдән булмаясаҡ. Шулай ҙа барлыҡ яуаплы бурыстар намыҫ менән үтәлеп, беҙҙе тағы ла сыныҡтырыр, көсәйтер тине төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров яугирҙарҙың өйгә иҫән-һау һәм Еңеү менән ҡайтырына ышанысын да белдерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина