Башҡортостанда баҡсасылар өсөн сәсеү миҙгеле башланды

Үҫентеләрҙе ҡырҡып ултыртыу-баҡсасылар өсөн тынғыһыҙ хеҙмәт осоро. Ҡайһы бер баҡсасылар хатта яңы йылға аяҡ баҫыуҙан алда уҡ сәскә ултырта башлаған. Әлеге мәлдә баҡса йәнлеләр һәр төрлө йәшеллек төрҙәрен тәҙрә төбөндә үҫтерә, һуңынан ергә күсерә. Башҡортостан баҡсасыларының сәсеү миҙгеле үҙенсәлектәрен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Гүзәл Сыуашаева баҡсасылыҡ менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Был петуниялар һәм колибрахоларҙы ҡырҡҡандан һуң ул өс йөҙҙән ашыу үҫенте аласаҡ. Ҡырҡылған үҫентенең тамыры нығынһын өсөн махсус ашламаға батыра. Тамыр системаһы ныҡлы үҫешеү менән баҡсасы уларҙы айырым кассеталарға күсерәсәк.

Тырыш ғаилә ун ике сутый өс теплица ҡорған. Мартта көндәр бер аҙ йылытыу менән ҡар өйөмө иреп, теплицаны дымландырасаҡ. Тап ошо мәлдән баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҡыҙыу хеҙмәт осоро башлана.

Шаран районы Баҙғыя ауылында ла баҡсасылыҡ эшен төплө белеүселәр ғүмер итә. Вәсилә менән Риф Васильевтар ғаиләһе яратҡан шөғөләнә ейән-ейәнсәрҙәрен дә йәлеп итә.Бынан тыш хужалыҡтарында һыйыр малы, бал ҡорттары, ҡош аҫрайҙар. Васильевтар ике теплицала һәм ҙур баҡсала күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә.

Өләсәләре орлоҡтарҙы махсус контейнерҙарға сәскән арала ейән-ейәнсәрҙәре дәртле йырҙар башҡара. Тышҡа сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамай, был йорттағы йәшеллек йәй төҫтәрен хәтерләтә.

Үҫентеләр үҫтереүҙә иң мөһиме-ул яҡтыртыу, тип билдәләй белгестәр. Өҫтәмә яҡтыртыуһыҙ үҫемлектәр көсһөҙләнә ала.

Өфө районы «Бурцев» ауылындағы профессиональ питомникта ла ҡыҙыу эш мәле. Бында үҫентеләрҙе ҡырҡып үрсетәләр. Был ысул клонлаштырыу кеүек. Ул төп үҫемлектең бөтә яҡшы сифаттарын сәскәһенең сағыулығын, уңдырышлылығының теүәл күсермәһен алырға мөмкинлек бирә.

Үҫентенең ҡырҡылған өлөшө тамыр йәйһен өсөн уны махсус камералағы ергә ултыртабыҙ.Уның атсофераһында томанлы мөхит булдырабыҙ. Дымлы шарттарҙа петуния бер ай эсендә ныҡлы тамыр ебәрә. Ә ҡыуағын үҫтереүгә ике айҙан ашыу ваҡыт кәрәк була.

Анастасия Пестряева, эшҡыуар, ландшафт дизайнеры

Яҙ һулышы һиҙелә башлау менән баҡсасыларға мул уңышҡа нигеҙ һалыу мәле етә. Баҡсасылар февраль аҙағында март башында помидор, борос, баклажан сәсергә, мартта кәбеҫтә, апрелдә ҡыяр, ҡабаҡ ултыртырға кәңәш итә.

Гүзәл Борханова