Моң һәм музыка көсө. Башҡортостан дәүләт оркестры «Саҡырылған дирижерҙар» концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бөйөк композитор Дмитрий Шостаковичтың мәҙәни мираҫына һәм иҫтәлегенә бағышланған концерт Рәсәйҙең халыҡ артисы, дирижер Валерий Полянский етәкселегендә үтте. Дәүләт концерт залында «Болт» балеты сюитаһы һәм башҡа билдәле әҫәрҙәр яңғыраны.