Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ярышта боҙ хужаларынан тыш, Сермән һәм Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылы командалары ҡатнашты. Турнирҙы асыу тантанаһына яуҙа башын һалған хәрбиҙәрҙең яҡындары саҡырылды. Йыйылыусылар иң тәүҙә Ватан геройҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Берҙәмлек һәм патриотизм символына әйләнгән турнир урындағы халыҡ башланғысы менән ойошторолдо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Әбйәлилдәр яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сермән һәм Абҙаҡ командалары бүлеште.