Республика Башлығының мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса план әҙерләнә

Спикер Константин Толкачев  документты ныҡлап өйрәнергә  ҡушты. Бында айырыуса иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә, ветерандарҙы социаль  яҡлауға  йүнәлтелгән. "Хәрби операция маҡсаттарына ирешеү өсөн  ҙур бурыстар билдәләнгән. Был - технологик ҡеүәтте нығытыу һәм  пилотһыҙ аппараттар етештереүҙе арттырыу ғына түгел. Беҙ кешеләрҙе хәстәрләү, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлауға өҫтөнлөк бирәбеҙ"- тине Константин Толкачев. Мөрәжәғәтнамә буйынса план йыл аҙағына тиклем парламенттың эшмәкәрлеген билдәләй.