Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн республиканың ҡайһы бер юл участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Исемлеккә М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Дүртөйлө-Нефтекама, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы, Бөрө-Таҙтүбә- Һатҡы, Дүртөйлө-Борай арауыҡтарындағы юл участкалары ингән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр иртәгә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала. Синоптиктар алдағы төндә лә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуын фаразлай. Шулай уҡ киләһе тәүлектәрҙә һауа температураһы аяҙайтҡанда 33 градус тиклем түбәнәйеүе көтөлә.