Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды

Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды. Өфө районындағы «Пин һәм Пуф» ойошмаһы 7 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә йөҙәрләгән хайуандарға һәм ҡоштарға ярҙам күрһәтелә. Техникаһыҙ ҡалған үҙәккә бағыусы «Лада Калина» машинаһын бүләк итте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ҡырағай хайуан-ҡоштар төшөрөлгән машинаның килгәнен әллә ҡайҙан күреп, танырға була. Лада Калина хәҙер «Пин һәм Пуф» реабилитация үҙәгенә хеҙмәт итәсәк.

«Пин һәм Пуф» реабилитация үҙәге бәләгә тарыған ҡырағай хайуандарға ярҙам итә. Көнөнә 5-тән алып 20-гә тиклем шылтыратыу ҡабул иткән ойошма ошо арала, мәҫәлән, машина аҫтына эләгеп төрлө йәрәхәттәр алған ҡоралай, һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән диңгеҙ бөркөтөнә ярҙам күрһәткән. Башлыса, Өфө, Иглин, Шишмә һәм Благовещен райондарынан мөрәжәғәт итәләр, ти үҙәк директоры. Хайуандарҙы ташыу, уларҙы операция яһатыр өсөн ветеринар клиникаларға алып йөрөү өсөн машина кәрәк.

Быға тиклем Москвич автомобилендә йөрөнөк, әммә ул боҙолдо. Бүлеп түләү шарттары менән таныштарҙан «Нива» машинаһын алғайныҡ, әммә беҙҙе алданылар. Саҡырыуҙар бик күп, кәм тигәндә 60-80 саҡрым юл үтәбеҙ. Йә такси алырға, йә берәй таныштарҙы һорарға тура килә. Был бик күп сығымдар талап итә.

Дмитрий Стрельников, «Пин һәм Пуф» ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге директоры

Был хаҡта ул интернетҡа яҙып һала. Социаль селтәрҙәрен ҡарап барған яҙылыусыларҙың береһе ярҙам күрһәтергә һәм автомобиль һатыу менән шөғөлләнгән ире менән кәңәшләшеп Лада Калина бүләк итергә була. Тап Ватан машинаһы юҡҡа ғына һайланмаған. Уға запас частәрҙе табыу һәм ремонтлау күп көс һәм сығымдар талап итмәй. Ә был иң мөһиме.

Яҡын арала Лада Калинаны үҙгәреп ҡороу йәғни, артҡы ултырғыстарҙы алыу күҙаллана. Бындай осраҡта хайуандарҙы ташырға уңайлыраҡ буласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова