Башгидрометүҙәк белгестәре киләһе тәүлектәргә һауа торошон хәбәр итте. Бөгөн, ҡар яуа, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Термометр бағанаһы 5-10, төньяҡ-көнбайышта 15-20 градус һыуыҡ күрһәтә. Төнгә ҡарай һауа температураһы түбәнәйә башлар тип көтөлә.
Аномаль һыуыҡ һауа торошо яҡынлашыуын иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан халҡын ябай ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алырға саҡыра. Бигерәк тә электр йылытҡыстарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү талап ителә. Шулай уҡ йылы кейенергә, мөмкин тиклем урамда булыу ваҡытын ҡыҫҡартыу мөһим.