Республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөтөрөлдө

Көслө ҡар яуыуға бәйле, республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөгөн иртән бөтөрөлдө.

Яуаплы хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа көсәйтелгән режимда эшләй. Һауа шарттары боҙолоуы ҡайһы бер эҙемтәләргә лә килтерҙе. Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь проспекты һәм Ырымбур урамы участкаһында контактлы линия өҙөлгән. Ошо сәбәпле трамвайҙар һәм троллейбус хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатылған.

Күпләп ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә уҙған төндә Кушнаренко ауылында ике ҡатлы йорттоң өлөшләтә ҡыйығы емерелгән. Торлаҡта йәшәүселәр эвакуацияланған, бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәгән. Газ торбаһы зыян күреүен иҫәпкә алып зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү оператив рәүештә туҡтатыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.