Ирина Панькина махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләрен ҡабул итте

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары Ирина Панькина халыҡты ҡабул итеп, социаль һәм страховка түләүҙәре, ярҙам саралары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында алғы һыҙыҡта хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын эҙләүселәр ҙә бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә был мәсьәләгә юғары иғтибар талап ителеүен билдәләп, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты. Уны Ирина Панькина етәкләйәсәк.

Алда федераль үҙәк, оборона министрлығы, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил менән берлектә ҙур эш көтә. Ғаиләләр менән бәйләнештә булыу талап ителә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды төбәк филиалы ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә һәм хәбәрһеҙ юғалғандар буйынса эште уңышлы алып бара. Әммә ҡатмарлы осраҡтар ҙа бар, шуға күрә хәбәрһеҙ юғалғандар буйынса эшсе төркөм булдырыу-көнүҙәк мәсьәлә.

Ирина Панькина, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары