Сара «Спорт һәр кемгә лә асыҡ» хәйриә проекты сиктәрендә үтте. Быға «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондының Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Былтыр республиканың йәмғеһе 12 дөйөм белем биреү һәм 3 реабилитация үҙәге яңы спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Яҡын арала тағы ла 5 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһын тулыландырыу көтөлә.
Проект республиканың 17 йәшкә тиклемге коррекция мәктәп уҡыусыларын физик культураға ылыҡтырыу маҡсатында булдырылған. Программаны тормошҡа ашырыуҙа беренсе аҙым итеп, дәрестәр өсөн инвентарь һатып алыу ҡаралған. Ә инде сара ҡатнашыусыларына яуап итеп Өфөнөң 30-сы коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре учреждениела алып барылған спорт төрҙәре менән таныштырҙы.