Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Квартирник» тип аталған музыкаль майҙансыҡта ойошторолған креатив индустриялар сәғәтендә ҡатнашты. Күсмә форматта үткәрелгән осрашыуҙа республика киң танылған йырсылар, артистар, музыкаль төркөмдәр ойоштороусы белгестәр ҡатнашты. Сарала Башҡортостанда креатив индустриялар йүнәлешен үҫтереү, был тармаҡта эшләүсе йәштәргә ярҙам юлдары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Музыка, сәнғәт, моң майҙансығы. Өфөлә асылған музыкаль «Квартирникта» ижад менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем күңеленә яҡын йүнәлеш таба ала. Йырсылар, диджейҙар, тауыш монтажерҙары һәм башҡа һөнәрмәндәр өсөн ойошторолған үҙәк эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Төбәк етәксеһе үткәргән күсмә «Креатив индустриялар сәғәтендә» музыканттар һәм мәҙәниәт тармағы белгестәре ҡатнашты.
Креатив индустриялар-иҡтисадтың интеллектуаль йүнәлешендә үҫешкән яңы проект. Был тармаҡ дизайн, мода, кинематография, әҙәбиәт, киң мәғлүмәт саралары, гастрономия, музыка, архитектура кеүек өлкәләрҙәге заманса проекттарҙы берләштерә. Креатив индустриялар фонды капиталы 50 млн һумға иҫәпләнгән. Республика ярҙамын реестрға теркәлгән эшҡыуарҙар һәм юридик ойошмалар конкурс нигеҙендә аласаҡ.
2030 йылға тиклем ил иҡтисадында креатив индустриялар өлөшө 6 процентҡа тиклем етергә тейеш. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа был тармаҡта дәүләт сараларын арттырыу, үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. Йылдам үҫешкән тармаҡты көслө кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Креатив йәштәр етештергән ижади продукттың эстәлеге һәм йөкмәткеһе ле милли ҡиммәттәргә таянырға тейеш. Өфөлә музыкаль «Квартирник» креатив индустрияларҙы берләштергән заманса тәжрибә өлгөһө.
Флорида Миһранова