Башҡортостанда МХО ветерандарына реабилитация, эш һәм социаль адаптация

Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн республикала махсус хәрби операция ветерандары менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Республика һуғыш ветерандары госпиталендә алып барылған һөҙөмтәле эш алымдары һәм төбәктә тормошҡа ашырылған «Көслө кешеләр» социаль проекты тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы.

«Башҡортостан» полкынан «Нурик» ҡушаматлы яугир ярты йыл элек мина ярсыҡтарына эләгеп, ҡаты йәрәхәтләнгән. Табиптар йүнәлтмәһе буйынса ул оҙайлы дауалау һәм реабилитация курсын башлаған. Өфөләге республика һуғыш ветерандары госпиталендә ул икенсе аҙна медицина ярҙамы ала. Сәләмәтлектә ыңғай үҙгәрештәр тәүге көндән үк күҙәтелеүен билдәләй.

Күп төрлө тренажерҙар һәм тәжрибәле инструкторҙар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ортопедия, травматология һәм неврология буйынса юғары технологиялы реабилитация үтә. Һәр кемде дауалауҙа шәхси программа төҙөлә.

Республика һуғыш ветерандары госпиталендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға медицина реабилитацияһы 2022 йылдан алып ойошторолған. Төрлө тән йәрәхәттәре алған пациенттар менән комплекслы эш алып барыла. Талап ителгәндә, протез менән ҡулланырға, инвалид креслоһында йөрөргә лә өйрәтәләр. «Фокс» ҡушаматлы яугир ҙа дауалау учреждениеһына реабилитацияға эләгеүҙе бәхетле осраҡҡа тиңләй, реабилитация уңышлы бара.

Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә медицина реабилитацияһы буйынса ойошторолған эш өсөн госпиталь коллективына рәхмәт белдерҙе. Медицина йәмәғәтселегенең учреждениеға табип-хирург Михаил Каменев исемен биреү башланғысы ла хупланды.

Республикала махсус хәрби операция ветерандарына спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырыла. Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Көслө кешеләр» проектын ғына алайыҡ, Өфөләге спорт клубында яугирҙар өсөн ауыр атлетика буйынса бушлай күнекмәләр ойошторола. Йылына улар өсөн дүрт турнир уҙғарыла.

2024 йылда старт алған проектты тормошҡа ашырыуҙа «Ватанлы һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы ла ярҙам күрһәтә. Бөгөн башланғысҡа өс йөҙҙән ашыу ветеран ҡушылып, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған.

Әлегә проектта ҡатнашыусылар сираттағы ярышҡа әҙерләнә. 14 мартта Өфөлә пауэрлифтинг буйынса турнир көтөлә. Оҙайлы күнекмәләр, көслө рух һәм еңеүгә ышаныс-яугирҙар алғы һыҙыҡта ғына түгел, спортта ла барыһына ла өлгө булырҙай батырлыҡ күрһәтә.

Гөлназ Хәйбуллина