Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ булды

Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө. Ошо көндәрҙә Дәүләт Кремль һарайында Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй премияһы менән бүләкләнде. Абруйлы награда илдең иң яҡшы табиптарына һөнәри оҫталыҡ һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла. Улар араһында Зилә Хәбибуллина ла бар.

Бәтә Рәсәй премияһы менән республиканан йәмғеһе 7 кеше билдәләнде. Республикала онкологияға ҡаршы көрәш 2019 йылда ныҡлы үҫеш ала. Республика илдә беренселәрҙән булып «Онкопатруль» проектына ҡушыла.