1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде

Бер ғаилә-бер ипотека. 1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде. Хәҙер льготалы кредитты юллағанда ир менән ҡатын заемсылар булып һанала, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән бер урында теркәлеүе шарт. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһаясаҡ? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова белеште.

Ғүмәровтар ғаиләһе ғинуар аҙағында яңы төҙөлөп ятҡан йортта ике бүлмәле фатирға ғаилә ипотекаһын юллап өлгөрә. Бала тыуғас, үҙебеҙ йәшәгән фатир тар була башланы, ти Дилбәр. Барыһын да үлсәгән йәштәр программаға тиҙҙән үҙгәрештәр индерелеүе тураһында ишеткәс, икенсе фатир алыуҙы кисектермәҫкә була.

Быға тиклем ғаилә ипотекаһының төп өҫтөнлөгө-ир менән ҡатындың айырым кредит алыу мөмкинлегендә була. Мәҫәлән, ғаилә үҙе өсөн һәм ҡуртымға биреү маҡсатында тағы бер фатир һатып ала. Хәҙер бындай схемалар тыйыла. Бер ғаилә-бер ипотека ҡағиҙәһе индерелә.

Ғаилә ипотекаһы-льготалы дәүләт программалары араһында иң популяр һанала. Үҙгәрештәр үҙ көсөнә инер алдынан, һорау тағы ла арта. Льготалы ипотека тик яңы төҙөлгән күп фатирлы йорттарға ҡағыла. Ғаиләлә 6 йәшкә тиклемге бала булыуы мотлаҡ. Ставкаһы 6 процент, ә минималь тәүге түләү-дөйөм сумманың 20 процентын тәшкил итергә тейеш-былар үҙгәрешһеҙ ҡала. Белгестәр әйтеүенсә, яңы ҡағиҙәләрҙең ғәмәлгә инеүе икенсел торлаҡҡа хаҡтарҙы арттырасаҡ.

Ғаилә ипотекаһындағы үҙгәрештәр льготалы программаларҙы ҡәтғиләштереүгә ҡарай дөйөм йүнәлештең бер өлөшө булып тора. Властар төрлө схемалар хәүефен кәметергә һәм дәүләт ярҙамын ғаиләләрҙең ысын ихтыяждарына йүнәлтергә тырыша. Белгестәр торлаҡ һатып алырға ниәтләгәндәргә яңы шарттарҙы ентекләп өйрәнергә кәңәш итә. Ғаилә ипотекаһы программаһы 2030 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылған, ә уны юллау ҡағиҙәләре артабан да үҙгәреүе ихтимал.

Әлфинә Килдейәрова