Өфөлә «Күпер» мәғариф проекты тамамланды

Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында республика күләмендәге «Күпер» мәғариф проекты тамамланды. Проект сиктәрендә Башҡортостандың төрлө-район ҡалаларынан 25 дин әһеле белемен камиллаштырҙы. Улар «Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләү» программаһы буйынса рухи һәм психологик ярҙам күрһәтәсәк. Социаль проект хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

«Күпер» проекты 2025 йылдың авгусында башланып, быйыл февралдә тамамланды. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан килеп белем алған имамдарға таныҡлыҡ тапшырылды.Дин әһелдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик, рухи һәм социаль ярҙам күрһәтеү өсөн махсус әҙерлек үтте.

Ҡулдарына сертификат алған диндарҙар яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә эмоциональ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, әүҙем йәмәғәт тормошона ҡушылырға ярҙам итеү өсөн ҙур белемгә эйә. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды.

Проектта ҡатнашыусылар былтыр декабҙа асылған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының яңы офисында экскурсияла булды. Диндарҙар социаль координаторҙар, психологтар һәм юристар эшмәкәрлеге менән танышты. Бында психолог ярҙамы һәм көсөргәнешлекте кәметеү өсөн ял кабинеттары, заманса һәм уңайлы ҡабул итеү зонаһы булдырылған. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илдең Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге белгестәре ҡабул итеү өсөн лә уңайлы кабинеттар йыһазландырылған.Фонд диндарҙар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй.

Ә был бүлмәлә һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә техник реабилитация саралары менән танышырға мөмкин. Аяҡ һәм ҡул протездары, «аҡыллы йорт» системаһы өсөн техника, көнкүреште еңеләйтеүсе ҡорамалдар, шулай уҡ Рәсәйҙә етештерелгән спорт йыһаздары.

Был камиллаштырылған швед стенкаһы. Уны йорт шарттарында реабилитация үткәреүҙә ҡыйыу ҡулланырға мөмкин. гантелдәр күтәреү өсөн дә махсус эскәмйә ҡулайлаштырылған.

Ирек Зарипов, «Башҡортостан» республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау үҙәге директоры урынбаҫары, өс тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы

Хәрби юлды үткән ветерандар үҙҙәре лә фондта социаль координатор булып эшләй. Имамдарға белем биреүҙә Дәүләт фонды белгестәре әүҙем ҡатнашҡан.

«Күпер»» проекты сиктәрендә имамдар үҙ мәхәлләләренә төплө белем һәм практик күнекмәләр багажы менән ҡайта.Яңы белемгә эйә булған имамдар төплө кәңәш һәм ярҙамға мохтаждарға ныҡлы рухи һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеүҙә мөһим эш башҡарасаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова