Гөлнәзирә, Шәүрә, Айгөл, Нәфисә, Салауат Юлаев-был исемдәрҙе нимә берләштерә. Улар бөтәһе лә Өфөләге Ботаника- баҡсаһында үҫә һәм сәскә ата. Һүҙебеҙ Башҡортостан селекционерҙары сығарған яңы сорт сирендәр тураһында. Институт лабораторияһында декоратив ағастар, сәскәләр, «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр үрсетелә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.
Салауат Юлаев - сирендең Өфө Ботаника баҡсаһы ғалимдары сығарған сорты. Башҡортостанда сығарылған хуш еҫле һәм ҡупшы сәскәле яңы төр сирень сорты менән Өфө Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре 2018 йылда Сиднейҙа уҙғарылған симпозиумда беренсе урын алған. Ябай сирень сәскәһенең таждары дүртәү булһа, Салауат Юлаевтыҡы - ун алты.
Декоратив ағастар, сәскәләр тәүҙә лабораторияла колбаларҙа үҫтерелә. Бында пион, ирис, рауза гөлдәренең төрлөһө бар. Стериль шарттарҙа, колбала туҡлыҡлы матдәләр менән байытылған шыйыҡсала айҙар буйы үҫтергәндән һуң лаборатория хеҙмәткәрҙәре уларҙы артабан үрсетеү өсөн бүлә. Тамыр йәйгәс, тупраҡҡа күсерелә. Мәҫәлән, оранжереяла күҙ яуын алып ултырған Камелия сәскәһе-институт ғалимдарының һигеҙ йылдан ашыу хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Лаборатория 1989 йылдан бирле эшләй. Унда бер күҙәнәктән үрсетелгән һирәк үҫемлектәрҙе Өфө һәм уның ҡунаҡтарының яратҡан урыны- ҡала баҡсаһы һәм оранжереяла күрергә мөмкин.
Селекционерҙарҙың күп йыллыҡ ентекле эше-72 корея хризантемаһы, 36 гибрид пион, 13 ирис-бөтәһе 140 тирәһе декоратив үҫемлек дәүләт реестрына индерелгән һәм уларға патент алынған.
Рәмилә Исмәғилева