Баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ратмир Мәүлиев ошо турала белдерҙе. Өфө хакимиәте етәксеһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен үтәү кәрәклеген билдәләне. “Гуманитар йөктәрҙе алып барып тапшырырға, яугирҙар менән аралашырға кәрәк. Әүҙем эшләйбеҙ. Бар көсөбөҙҙө күптән көтөлгән еңеүгә йүнәлтәбеҙ. Бөтә етәкселәр артабан бойомға ашырыу өсөн Мөрәжәғәтнамәнең тексын ентекле өйрәнергә тейеш”, -тине Ратмир Мәүлиев.