Эскән килеш машина йөрөтөүселәр ғәйебе менән 27 районда үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелгән. Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Әлшәй, Архангел райондарында ошондай осраҡтар йыш теркәлгән. Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 10 мең 700 кеше иҫерек килеш рулгә ултырған, 4 меңдән ашыуы медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Хоҡуҡ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.