Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романы яңынан нәшер ителде

Баҫма “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Әҫәрҙә башҡорт халҡының 19 быуат башындағы тормошо, социаль һәм иҡтисади хәле, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылдырыла. 1812 йылғы Ватан һуғышында, Рәсәй азатлығын яҡлап, француз илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән яугирҙар һүрәтләнә. Романдың икенсе китабында полководец Кутузов етәкселегендә рус ғәскәрҙәренең француздар менән көрәше, улар менән бергә башҡорт полктарының да Парижға барып етеүе тураһында һүҙ бара. Һуғыш бөткәндән һуң Ҡаһым түрә, Буранбай кеүек тарихи шәхестәрҙең яҙмышы хикәйә ителә.