Баш ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. 2025 йылда ҡала буйынса уртаса 982 пассажир транспорты маршрутҡа сыҡҡан, шуларҙың 913-ө автобустарға тура килә. 226-сы автобус, 5-се трамвай һәм 13-сө троллейбус маршруты пассажирҙар араһында иң популяр йүнәлеш һанала.