Башҡортостанда быйыл 55 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илткән юл төҙөкләндерелә

17 километрҙан ашыу арауыҡты тәртипкә килтереү планлаштырыла. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова белдереүенсә, Башҡортостан баҡсасылар һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәр рәтендә. Уҙған йылда республиканың 13 район биләмәһендә 85 баҡсасылыҡ ширҡәтенең юлдары ремонтланған.