Өфөләге Республика Хәрби дан музейында мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларына арналған интеллектуаль турнирҙар ойошторола. Был юлы балалар Сталинград һуғышына бағышланған 30 һорауға яуап бирҙе. Ҡатнашыусылар билдәле ваҡиғаларҙы, яугирҙарҙың батырлыҡтарын белергә тейеш. Сара 83 йыл элек 2 февралдә Сталинград өсөн алыштың тамамланыуына бағышланды. Ойоштороусылар үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Викторина еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.