Ул авторҙың 80 йәшлек юбилейына арналған. Рәйеф Карам улы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты. Ижадсының объективынан тупланған архивта ил һәм республика етәкселәре, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, спортсыларҙың фотоһүрәттәре лә байтаҡ. Экспозицияла оҫтаның уҙған быуаттың 80-се йылдарынан йыйылған иң яҡшы хеҙмәт емештәре менән танышырға мөмкин. Улар араһында шулай уҡ 1970 йылда өләсәһен һәм бәләкәй ҡыҙы Гүзәлде, шулай уҡ былтыр бүләсәһен төшөргән фотолар ҙа бар. Был Рәйеф Баҙыҡовтың 55 йыллыҡ ижади юлын кәүҙәләндерә.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында фоторәссамдың дуҫтары, депутаттар, Йәрмәкәй районынан яҡташтары һәм журналистар ҡатнашты. Коллегалары Рәйеф Карам улын тәү сиратта рәсми сараларҙы, байрамдарҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы тарихҡа теркәүсе өлгөр фотохәбәрсе тип белә. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана фондында миллионлаған баҫма һаҡлана, һәм уларҙың яҡынса 5 проценты юбилярҙың ижад емештәре. Һәр ҡайһыһына-оло мәғәнә, юғары оҫталыҡ, ҡабатланмаҫ матурлыҡ һалынған.