Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә. Уҡыу барышы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Әгәр хәрби кейемдә булмаһалар, егеттәрҙе компьтер уйындары клубында ултыра тип уйларға мөмкин. Шундай уҡ джойстиктар, ә мониторҙа пилотһыҙ осоу аппараттары. Тик заданиелар ғына билдәле сценарий буйынса түгел, ә инструкторҙар тарафынан һәр саҡ яңыһы бирелә. Күнекмәләр,уйындан айырмалы, күпкә ҡатмарлаштыра.
Студенттар үҙ аллы заданиелар үтәүҙән тыш төркөмдәргә берләшеп тә хәрби күнекмәләр башҡара ала..Күмәкләп һөжүм итеү, дошман дрондарын таранлау кеүек ҡатмарлы симуляция ла бар.
Симуляторҙа осоп өйрәнгән студенттарға бәләкәй генә коптерҙар менән идара итеү рәхсәт ителә. Бер юлы пилотһыҙ осоу аппараттары төрҙәре, уларҙың ҡоролошо ла өйрәнелә.
Ләкин ысынбарлыҡ теория менән тап килмәүе лә ихтимал. Шуға күрә студенттарҙы хәрби тәжрибәһе, пилотһыҙ осоу аппараттарында иҫәпһеҙ-һанһыҙ осоштар яһаған инструкторҙар уҡыта. Белем биреү программаһы ла үҙҙәренеке.
Уҡытыу курсы оборона министрлығы менән килешелгән. Киләсәктә уны тағы ла киңерәк йәйелдереү ҡарала. Университет яңы төр ҡанатлы дрондар һатып алыу өсөн аҡса ла бүлгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәрен алыу менән студенттар оборона министрлығы резервына теркәлә. Тәжрибәне тыныс тормошта ла ҡулланыу мөмкин. Дрондар хәҙер ауыл хужалығы, энергетитка, төҙөлөш һәм йәшәйештең башҡа өлкәләрендә лә киң ҡулланыла.
А.Кәбиров