Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация киңәйтелә

Бөгөн республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу-төбәктәге социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше. «Салют» реабилитация үҙәге асылыу менән меңдәрсә бала комплекслы реабилитация программаһын үтеп, сәләмәтлеген нығытты. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән баланың реабилитацияһы өсөн сертификаттар ҙа бүленә. Быйыл уның күләме 48 мең 21 һум. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Велотренажер ярҙамында аяҡтарҙың хәрәкәт итеү һәләте тергеҙелә. Өфөнән церабраль фалиждан яфаланған игеҙәктәр Диназ менән Данис «Салют» реабилитация үҙәгендә икенсегә дауалау курсы үтә. Әсәләре Миләүшә Камалетдинова билдәләүенсә, улдары һөйләшә белмәй. Шуға күрә улар логопед, дефектологҡа консультацияларға ла йөрөй. Дәрестәрҙән һуң сәләмәтлектәрендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән үҙәк 2024 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылғайны. Был учреждениеның төп үҙенсәлеге-медицина, социаль реабилитация, мәғариф һәм коррекция программалары бер урында тупланған. Дауаланыу ҙа, уҡыу ҙа бер урында. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан пациенттар ҡабул ителә. Шишмәнән Айнур Кәримов шәхси реабилитация программаһына ярашлы, социаль-көнкүреш эштәрҙе башҡарырға ла өйрәнә. Бының өсөн үҙәктә махсус йыһазландырылған бүлмәләр бар.

Республикала мөмкинлектәре сикләнгән 21 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Былтыр уларҙың яҡынса ете меңе «Салют» үҙәге һәм учреждение филиалдарында реабилитация үткән. Иң мөһиме барлыҡ процедуралар ата-әсә кеҫәһенә һуҡмай.

Башҡортостанда балалар өсөн биш реабилитация үҙәге менән 14 филиал эшләй. Дауалау һәм адаптив физкультура, массаж, профилле белгестәрҙең консультациялары, арт-терапия дәрестәре һәм экскурсиялар-үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеген нығытыу, психологик-эмоциональ хәлен яҡшыртыу буйынса комплекслы саралар күрелә.

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар реабилитацияһы өсөн аҡса республика башлығы ҡарары менән төбәк бюджетынан 2019 йылдан бүленә башланы. Ярҙамды инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә. Сертификат менән дәүләт ҡарамағында булмаған үҙәктәрҙәге хеҙмәттәрҙе ҡапларға мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина