Башҡортостан йәмәғәтселеге легендар диктор Әхәт Мортазинды иҫкә ала

Бөгөн уның тыуыуына 67 йыл. Әхәт Мотаһар улының яҡындары, дуҫтары һәм коллегалары Өфөләге Мосолман зыяратындағы ҡәберенә сәскә һалды.  “Ул остазыбыҙ булды. Беҙгә өлгө күрһәтте. Бөйөк һүҙ һәм тауыш оҫтаһы, талантлы уҡытыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ”, - ти хеҙмәттәштәребеҙ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

  Бөгөн Әхәт Мортазиндың тыуған яғында "Диктор тауышы" төбәк-ара конкурс еңеүселәре бүләкләнә. Тантаналы сара Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль мәктәбендә үтә.  Башҡортостан журналистары йыл һайын Әхәт Мотаһар улы иҫтәлегенә волейбол турниры ойоштора. Быйылғы ярышты апрелдә уҙғарыу ҡарала. Унда киң мәғлүмәт саралары командалары көс һынаша.