Яңғыҙ Нарат ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Вадим Апликаев менән Фәнзил Мостафинға арналған Герой партаһы асылды. Сарала ауыл биләмәһе депутаттары, хәрбиҙең туғандары, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар яугирҙарҙың тормошо һәм батырлығы, тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште, уҡыусылар башҡарыуында хәрбиҙәр хөрмәтенә йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны.