Республика милли китапханаһы быйыл 190 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Уға ярашлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Китапханалар системаһын үҫтереүгә арналған республика форумы ойошторола. Шулай уҡ “Арғымаҡ” балалар мәҙәни-мәғариф үҙәген асыу ҡарала. Милли китапхана директоры, республика китапханалар ассоциацияһы президенты Айгөл Әминева һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 50 меңгә яҡын үҙенсәлекле хеҙмәт һаҡлана. Иң боронғо китап 1512 йылда Парижда баҫылып сыҡҡан”, -  ти бүлек мөдире Флүр Сибәғәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика милли китапханала 3 миллион ярым  баҫма һәм 8 миллиондан ашыу мәғлүмәт тупланған.