Башҡортостан яугирҙары Абхазияла ял итәсәк

Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһына индереү планлаштырыла. Беҙҙең республика делегацияһы эш сәфәре менән Абхазияға барҙы. Ошо тема  буйынса һөйләшеү булған.  Шулай  уҡ  ике республика араһында  аҙыҡ-түлек  менән сауҙа итеүҙе арттырыу  мөмкинлеге ҡаралған.  Башҡортостан менән Абхазия араһында 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек  планы  ҡабул ителгән.