Ҡар ятыуға ҡарамаҫтан майҙанда техника эшләй, ҡаҙыу эштәре бара. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтә. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ленин исемендәге парк былтырҙан алып ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бында иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай. Төҙөүсөләр ҡыш көндәрендә лә туҡтамай. Әле инженер селтәрҙәре һуҙылған, бәләкәй архитектура формаларары урынлаштырылған. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙың бетон япмаһын һалыу, спорт майҙансыҡтарының, амфитеатрҙың нигеҙен әҙерләү бара.
Ленин паркы республикала иң боронғоларҙың береһе-19-сы быуат уртаһында асыла. Йәшел зона тәүҙә уға нигеҙ һалған Ушаков, һуңынан-Матросов, хәҙер инде Ленин исемен йөрөтә. 7 гектарға яҡын майҙандағы парк асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә. Бында Александр Матросов, Арыҫлан Мөбәрәков, Мортаза Рәхимовҡа һәйкәлдәр, граждандар һуғышы геройҙары ҡәберҙәре һәм башҡа мемориаль таштар бар. Һуңғы тапҡыр был паркта капиталь ремонт 80-се йылдарҙа эшләнгән.
Ленин паркы «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Объектты реконструкциялау барышын Радий Хәбиров шәхсән контролдә тота. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, төҙөүселәр алдында иң яҡшы ял майҙаны эшләү бурысы ҡуйылған, уны киләһе йыл Республика көнөнә асыу планлаштырыла.
Сатлама һыуыҡтар һәм ҡар ятыуы төҙөүселәргә ҡамасауламай, паркта эш ҡыш көндәрендә лә дауам итә. Күләмле реконструкция биләмәнең тарихи өлөшөн һаҡлап, майҙанды тулыһынса яңыртыуҙы, заманса ял, спорт, балалар зоналары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Киләсәктә парк Өфө халҡының да, башҡала ҡунаҡтарының да яратҡан урынына әүерелер тип көтөлә.
Р.Кәримова