Өфөлә күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн роботлаштырылған лазер комплексы эш башланы

Диагностика һәм дауалау бер аппаратта. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында НавилАс тип аталған роботлаштырылған юғары теүәллектәге лазер комплексы эшләй башланы. Заманса ҡоролма күҙ күҙәнәктәре сирҙәрен асыҡлау һәм дауалау өсөн иҫәпләнгән. Аппарат диабетик ретинопатия һәм ауырыу селтәрле шекәрәне дауаларға мөмкинлек бирә. Сифатлы техника күҙҙең һанлы картаһы буйынса идара ителә. Планшет экраны аша табип операцияны үткәреү буйынса электрон маҡсат ҡуя һәм робот бөтә эште үҙе башҡара. Офтальмологтар әйтеүенсә, аппарат менән операция тиҙ һәм ауыртыуһыҙ үткәрелә.

НавилАс хирургия системаһы офтальмология өлкәһендә ҡулланылған яңы һәм ҡеүәтле комплекс. Аппарат ауырыу күҙәнәктәр менән генә эшләп сәләмәт участкаларға зыян килтермәй. Операция ваҡытында пациент үҙен яҡшы тоя. Был система офтальмологтарға операцияны тиҙ һәм хәүефһеҙ эшләргә ярҙам итә. Хирургия алымдарынан тыш ул диагностика үткәреү өсөн дә ҡаралған.

Рөстәм Вәләмов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының лазер хирургияһы бүлеге мөдире