Рәсәйҙә 2026 йылдан мәғариф өлкәһендә күләмле реформа көтөлә

Үҙгәрештәргә ярашлы бакалавриат-магистратура белем биреү системаһын бөтөрөү буйынса пилот проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ғәмәлдәге бакалавриат-магистратура программаһы урынына СССР дәүерендәге кеүек ике кимәлдән торған яңы уҡыу системаһын индереү өсөн һынауҙар ойошторола. Студенттарға 4-6 йыл тәшкил иткән «юғары белем» һәм 1-3 йылдан торған «махсус юғары белем» алыу мөмкинлеге буласаҡ. Пилот проектты һынап ҡарау өсөн Рәсәйҙең 16 төбәге һайланған.

Рәсәйҙә бакалавриат һәм магистратура белем биреү системаһы булды һәм һаҡланып ҡаласаҡ. Пилот проект был системаларҙы тулыһынса бөтөрөү тигәнде аңлатмай, ҡәҙимге уҡыу системаһын камиллаштырыу күҙ уңында тотола. Тәү башлап пилот проектты һынау, анализлау, ентекле тикшереү талап ителә. Үҙәгрештәр 2027 йылдан ғына индерелеүе ихтимал. Быйыл абитуриенттарҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр юҡ.

Светлана Мостафина, Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе