Ауыл тракторына тағылма һәм башҡа кәрөк-яраҡтар. Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауыл биләмәһе урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында техника паркын тулыландырырға йыйына.
Изге эшкә төбәктең барлыҡ ойошмалары ла әүҙем ҡушылған. Күптән түгел ауыл биләмәһендә уҙған «Ҡышҡы уйындар программаһында» ла халыҡ яңы проектҡа теләктәшлек белдерҙе. Ауылдаштар спорт ярыштарында һәм милли уйындарҙа көс һынашты. Мәтәүбаштар урындағы башланғыстар програмиаһында быға тиклем дә әүҙем ҡатнашып килгән. Дәүләт һәм урындағы халыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылған программа ысын мәғәнәһендә йәшәү сифатын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай.