Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫына арналған күргәҙмә асылды. Ул билдәле шағир, мәғрифәтсе, дин әһеленең 200 йыллығына бағышланған.
Ғәли Соҡоройҙоң ижады тиҫтәләгән китап, йөҙгә яҡын ҡулъяҙманы үҙ эсенә ала. Уның һәр әҫәре мәғрифәтселек, мәҙәни үҫеш һәм наҙанлыҡты тәнҡитләү тураһында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған. Экспозицияның үҙенсәлеге булып Ғәли Соҡоройҙоң быға тиклем киң йәмәғәтселеккә сығарылмаған уникаль ҡулъяҙмаларының күсермәләре тора. Уларҙың төп нөсхәләре Санкт-Петербургтағы Рәсәй академияһының көнсығыш ҡулъяҙмалар институтында, Ҡазан Федераль университетының Николай Лобачевский исемендәге академик китапханаһында һаҡлана.
Күргәҙмәне асыу сараһында филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов та ҡатнашты. Ул Ғәли Соҡоройҙоң шиғыр-хаттарын, тарихи һәм публицистик яҙмаларын бер йыйынтыҡҡа туплап «Һайланма әҫәрҙәр»ен баҫтырған. Китап әҙиптең 200 йыллығына арналған күргәҙмәлә лә урын алған. Экспозиция менән 25 февралгә тиклем танышырға мөмкин.