Экспозицияла музей коллекцияһынан 16 үтек. Уларға ҡарап үтектең барлыҡҡак килеү тарихын өйрәнергә була. Электр моделдәренән тыш ағастан яраҡлаштырылғандары, күмер менән эшләгәндәре лә бар. СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат етештереү ойошмаһында сыҡҡандарын да күрергә мөмкин. Күргәҙмә 15 февралгә тиклем дауам итә.