Педагогтар бәйгеһендә еңеүҙе Уфимский ауылынан биология уҡытыусыһы Роза Ғәзизова яуланы. Бәйге барышында райондың иң яҡшы уҡытыусылары үҙҙәренең уҡытыу методикаларын, оҫталығын һәм педагогик тәжрибәһен күрһәтте. Конкурсанттарҙың һәләте асыҡ дәрес форматында ла һыналды. Бәйгене ойоштороусылар билдәләүенсә, «Йыл уҡытыусыһы» педагогтарҙы һөнәри күҙлектән дәртләндерергә, үҫтерергә, уҡытыусы һөнәре абруйын арттырырға булышлыҡ итә.