Тәтешле районы ауылдары клуб һәм балалар майҙансығы өсөн 5 млн һум йәлеп итә

Тәтешле районының Яңы Ҡайпан һәм Ҡашҡаҡ ауылдары ял һәм социаль әүҙемлек мөхите өсөн биш миллион һум аҡса йүнәлтмәксе. Сумма ауыл клубын төҙөкләндереү һәм балалар майҙансығы төҙөүгә тотоноласаҡ.

Яңы Ҡайпандар алдында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы өсөн ниндәй социаль объект һайлау мәсьәләһе тормаған. Сөнки тап ошондай һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшер өсөн дә урын юҡ. Ауылға клуб кәрәк, сөнки элеккеһе иҫкергән.

Ҡашҡаҡ ауылында балалар ялы хәүефһеҙ, уңайлы һәм мауыҡтырғыс булырға тейеш. Бының өсөн заманса уйын комплекстары кәрәк. Ҡышҡыһын тау шыуһалар, йәйге каникул мәлендә ҡала балалары ла килеп күмәгәйгәс, ял итер урын юҡ. Йәш ғаиләләр йәшәгән ауыл өсөн балалар майҙансығы булдырыу көнүҙәк мәсьәлә, ти активистар.

Ауыл биләмәһе был программала бер нисә йыл инде әүҙем ҡатнаша. Былтыр ауылда «Дан һәм хәтер» скверын төҙөү проекты тормошҡа ашырылған. Тейешле сумма өсөн смета ла ҡаралған, ул 2 200 000 тәшкил итә. Тимәк, республиканан 600 000, райондан 1 000 000, 300 000 ауыл халҡы йыясаҡ һәм 300 000 һумы бағыусыларҙан була.

Рәмилә Исмәғилева