Радий Хәбиров Мәләүездән 100 йәшлек көмөш ирекмән Полина Чельник хаҡында яҙҙы

Беҙҙең көмөш ирекмәндәр-ғәжәп кешеләр. Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһы ошондай кешеләрҙең береһе-Мәләүездән Полина Афанасьева Чельникҡа бағышланған. «Ул быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршы аласаҡ. Мин уның тураһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәлә һөйләгәнем дә инде, хәҙер ентекләберәк»Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо«рубрикаһында яҙам,»-тигән республика етәксеһе. 

Полина Афанасьевна 1926 йылда Мәләүез районының Озерки ауылында тыуған. Уға 15 йәш булғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Йәш ҡыҙҙы Өфөгә, оборона заводына эшкә ебәрәләр. 1945 йылда фронтовик Николай Чельник менән ғаилә ҡора. Уның менән 44 йыл йәшәйҙәр, дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә башлығының тыуған яғы-Донбасста ла йәшәп өлгөрәләр, әммә Башҡортостан үҙенә тарта. Махсус хәрби операция башланғас Полина Александровна ойоҡбаштар бәйләргә тотона. Ул яугирҙарға йөҙҙән ашыу пар йылы ойоҡбаш оҙатҡан. «Һеҙҙең рух көсөгөҙгә һәм изгелегегеҙгә ихлас һоҡланам, хөрмәтле Полина Афанасьевна,»-тигән Радий Хәбиров.