Республика башлығы Салауат районына рәсми эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары менән осрашты. Радий Хәбиров ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, рәхмәт әйтеп, еройҙарҙың туғандарына генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Яугирҙар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн юғары наградаға үҙҙәре һәләк булғандан һуң лайыҡ булды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Улар тураһында хәстәрлек күреү республика муниципалитеттарының туранан-тура бурысы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 төр ярҙам сараһы ғәмәлдә ҡала. Улар мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған. Системалы эш алып барыу өсөн республика район-ҡалаларында махсус үҙәктәр эшләй.